Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Май 2022, 08:30

Халыҡтың ышанысы - иң мөһиме

“Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһе айырыуса матурланды.

Халыҡтың ышанысы - иң мөһиме
Халыҡтың ышанысы - иң мөһиме

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Ил Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә айырыуса етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы һәр йәһәттән дә йылдан-йыл төҙөкләнә, күркәмләнә. Әйтәйек, “Йәшел сауҡалыҡ” микрорайоны айырыуса матурлыҡҡа күмелде. Әле баш ҡалабыҙҙың Рабкоров урамында нығытма стеналары күтәрелә, шулай уҡ ямғыр һыуы ағып төшә торған юл төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта юл буйындағы һыу менән тәьмин итеү ҡоролмалары ла яңыртыла.

"Юлдарҙы тәртипкә килтереү – беҙҙең өсөн ҙур бурыс, халыҡтың ышанысын аҡларға тырышасаҡбыҙ", – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Александр Владимировичтың һүҙҙәренә ҡарағанда, көслө ямғырҙар ваҡытында һыу кәрәкле урынға бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ йәһәт кенә ағып төшөргә тейеш.

Фото: дорианс.рф

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: