Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Ил Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Республика етәкселеге лә был йүнәлешкә айырыуса етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев хәбәрселәргә биргән интервьюһында былай тине:
– “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты булған өсөн генә Башҡортостанда юлдарҙы тәртипкә килтереү йәһәтенән ҙур күләмле эштәр башҡарыла. Барыһы ла халыҡ өсөн башҡарыла, юлдарҙа аварияларҙы мөмкин тиклем кәметеүҙе күҙ уңында тотабыҙ.
Шул иғтибарға лайыҡ, Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлы шаҡтай яҡшырған, ул М-5 “Урал” автомагистраленә ҡарай.
Министр белдереүенсә, Шишмә районына тура килгән Шишмә – Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлы ла яңыртылған, водителдәрҙең һөйөнөсө сикһеҙ.
– Һүҙ ҙә юҡ, юлдарҙы тәртипкә килтереү – беҙҙең өсөн ҙур бурыс, халыҡтың ышанысын аҡларға тырышасаҡбыҙ, – ти Александр Булушев.
Александр Владимировичтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ватылған-емерелгән асфальтты ваҡытында рәтләү йәки уның урынына яңыһын түшәү – өҫтөнлөклө эш йүнәлештәренең береһе.
Фото: funik.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан