Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Велосипедсылар өсөн юлдар арта

Өфөлә 2019 – 2021 йылдарҙа 70 юл участкаһы яңыртылған, дөйөм оҙонлоғо – 98 километр.

Велосипедсылар өсөн юлдар арта
Велосипедсылар өсөн юлдар арта

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә айырыуса етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

Республиканың баш ҡалаһы “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектында бер тапҡыр ғына ҡатнашмай. Йыл да Өфө ҡалаһының урамдары ныҡлы тәртипкә килтерелә. Мәҫәлән, 2019 – 2021 йылдарҙа 70 юл участкаһы яңыртылған, уның дөйөм оҙонлоғо – 98 километр. Быйыл иһә 16 юл участкаһының яңыртылыуы күҙ уңында тотола, дөйөм оҙонлоғо 21 километр тәшкил итәсәк.

Әйткәндәй, юлдарҙы ремонтлағанда бөтәһе лә иҫәпкә алына. Водителдәр өсөн тигеҙ юлдар һалыу, йәйәүлеләр өсөн уңайлы тротуар төҙөү, шулай уҡ велосипедсылар өсөн хәүефһеҙ юл булдырыу - шуға асыҡ миҫал. Баландин бульварында һәм Лесунов урамында юлдар төҙөгәндә велосипедсылар юлын һалынды. Киңлеге – 2, 25 метр.

"Киләсәктә Высотная урамында велосипедсылар өсөн хәүефһеҙ юл төҙөү эш планына ингән", – ти Өфө ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш һәм юлдарҙы ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар буйынса идаралыҡ бүлеге начальнигы Иршат Айсыуаҡов.

Фото: m.fotostrana.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в