Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

“Ҡатын-ҡыҙ ваҡытында тикшереү үтһен ине”

Һанлы маммография аҙ ғына нурланыш һөҙөмтәһендә һөт биҙҙәре тураһында ҙур күләмдә мәғлүмәт алырға мөмкинлек тыуҙыра.

“Ҡатын-ҡыҙ ваҡытында тикшереү үтһен ине”
“Ҡатын-ҡыҙ ваҡытында тикшереү үтһен ине”

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") тәүге медицина звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡалтасы үҙәк район дауаханаһына яңы һанлы маммограф алынды.

Яңы ҡорамал табиптарға юғары сифатлы рентген һүрәте алырға мөмкинлек бирә. Ул яман шештәрҙе асыҡларға һәм теүәл диагностика үткәрергә ярҙам итә. Бынан тыш, һанлы маммография аҙ ғына нурланыш һөҙөмтәһендә һөт биҙҙәре тураһында ҙур күләмдә мәғлүмәт алырға мөмкинлек тыуҙыра.

"Яңы аппарат дауахана пациенттарына заманса кимәлдә тикшереү үтергә булыша. Тимәк, ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡлау һәм иртәрәк дауалауҙы башлау мөмкин. Иң мөһиме - ҡатын-ҡыҙ беҙгә килеүҙе кисектермәһен, һаулығын хәстәрләүгә ваҡыт тапһын ине", – тип билдәләне Ҡалтасы дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәтҡуллин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в