Халыҡты сифатлы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен үҙ иңенә алған “Башфармация” предприятиеһы республиканың ҡала һәм райондарында дарыуханалар селтәрен әүҙем киңәйтә башланы.
Нуриман районының Павловка ауылында дарыухананың асылыуын халыҡ шатланып ҡаршы алды. Хәҙер дарыуҙар артынан алыҫ йөрөйһө юҡ, сөнки ул үҙәк район дауаханаһының беренсе ҡатында урынлашҡан. Дарыухана медицина изделиелары һәм препараттарға бай.
"Беҙгә, пенсионерҙарға, яңы дарыухананың асылыуы айырыуса шатлыҡлы күренеш. Яҡшы хеҙмәтләндерәләр, барыһы ла иғтибарлы. Мине тыңлағандан һуң фармацевтар кәңәш бирҙе. Бары ошонда ғына дарыуҙар алырға киләсәкмен", - тип тәьҫораттары менән бүлеште Гөлнара Дамир ҡыҙы.
Йыл башынан халыҡтың һорауы буйынса республикала өс дарыухана асылды. Тәүгеһе Межгорьела, икенсеһе – Аэропорт ҡасабаһында.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, халыҡты тейешле медицина изделиелары, дарыу препараттары менән тәьмин итеү көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Фото: һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан