“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звено медицина ойошмаларын яңыртыу программаһына ярашлы, Үрге Йәркәй үҙәк дауаханаһы нур диагностикаһы бүлексәһе өсөн һанлы флюорография “РЕНЕКС-Ф5000” аппараты алды. Ул күкрәк ситлегенең рентген һүрәттәрен алыу, туберкулез, онкология һәм үпкә срҙәрен асыҡлау өсөн тәғәйенләнгән.
Яңы аппаратта тулы форматлы яҫы панелле детектор ҡулланыла. Ул бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе лә сифатлы төшөрөү һәләтенә эйә. Сәғәтенә 60 тикшереү үткәреү мөмкинлеге бар. Ҡорамалды урынлаштырыу өсөн дауаханала флюорография тикшеренеүҙәре башҡарыласаҡ кабинеттарға ремонт үткәрелгән. Нур диагностикаһы бүлексәһе табип-рентгенолог һәм дүрт лаборант менән тәьмин ителгән. Улар Илеш районының 24 мең кешеһен хеҙмәтләндерәсәк.
"Яңы һанлы флюорограф оҙаҡ хеҙмәт иткән иҫке ҡорамалды алмаштырҙы. Хәҙер күберәк халыҡты хеҙмәтләндереү, сирҙәрҙе алдан иҫкәртеү мөмкинлеге артты", - ти дауахананың баш табибы Рәзидә Ғатауллина.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан