Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Май 2022, 19:30

Эшҡыуарҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә

Иҡтисади көрсөктө нисек еңел үткәрергә? Был һорауға яуапты форумда алырға мөмкин буласаҡ.

Эшҡыуарҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә
Эшҡыуарҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә

Быйыл "Эшҡыуарлыҡ аҙналығы" тотош республикала үтәсәк. Төп саралар "Киләсәк фабрикаһы" инновациялы эшҡыуарлыҡ йортонда (Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14), ә ҡайһы берҙәре район-ҡалаларҙа уҙа. Төп программаға 17 майҙан +7 (347) 224-99-99 телефоны йәки түбәндәге һылтанма буйынса теркәлергә мөмкин: https://forms.yandex.ru/u/628260918d68b46d83602cb5/

— "Эшҡыуарлыҡ аҙналығы"ндағы төп иғтибар көрсөккә мәлендә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтеләсәк: хәҙерге шарттарҙа бизнесты нисек алып барыу һәм дәүләттең тышҡы санкциялар баҫымын еңеп сығыу өсөн ниндәй саралар тәҡдим итеүе тураһында ентекле һөйләшеү алып барыласаҡ. Икенсенән, саралар киң ҡатлам кешеләренә ҡулайлыраҡ булһын өсөн программаға төҙәтмәләр индерҙек. Ғәмәлдәге эшҡыуарҙарҙы ла, яңы ғына эш башлаған йүнселдәрҙе лә, үҙмәшғүл булараҡ теркәлгәндәрҙе лә сарала ҡатнашырға саҡырам. Һәр кем һорауҙар биреп, төплө яуап ала аласаҡ, – тине эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамының ғәмәлдәге саралары тураһында киң мәғлүмәт аласаҡ. Республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре кәрәкле документтар пакетын йыйыуҙан алып финанс ярҙамды маҡсатлы файҙаланыу тураһында отчет биреүгә тиклем ентекле һөйләйәсәк. Эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт берләшмәләре әүҙем ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ программа нигеҙендә ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығы, үҙмәшғүлдәр, бизнестың төрлө мәсьәләләре буйынса "түңәрәк өҫтәл"дәр ойоштороласаҡ.

Дәүләт органдары, бизнесҡа булышлыҡ итеү, уны үҫтереү учреждениелары вәкилдәре, билдәле эшҡыуарҙар, федераль кимәлдәге эксперттар сығыш яһаясаҡ.

Зональ тематик саралар Бөрө, Мәләүез, Учалы, Нуриман, Хәйбулла райондарында һәм Сибай, Октябрь, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларында үтәсәк. Әйтәйек, Мәләүездә Башҡортостандың көньяғында туризм үҫеше, ә Стәрлетамаҡта эшҡыуарҙар өсөн инвестиция мәсьәләләре буйынса фекер алышыу планлаштырыла. Зона ултырыштары өсөн теркәлеү талап ителмәй.

"Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ аҙналығы" Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ көнөнә тап килтерелә, ул йыл һайын 26 майҙа билдәләнә. Сара "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектын (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. Һигеҙ йыл дауамында "Эшҡыуарлыҡ аҙналығы" көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү, төбәктең эшҡыуарлыҡ өлкәһен үҫтереүҙең төп мәсьәләләре буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ булып тора.

Текст һәм фото сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: