Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Май 2022, 09:00

Табиптарға эш еңелләшә

Хаҡы 9 миллион 200 мең һум торған ҡорамалдың сифатына һүҙ тейҙергеһеҙ,  патология усаҡтарын хәҙер ике миллиметр алыҫлығында ла күрергә мөмкин...

Табиптарға эш  еңелләшә
Табиптарға эш еңелләшә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Балтас үҙәк район дауаханаһы Японияла етештерелгән  Fujifilm VP-7000 маркалы эндоскопик комплекс алды.  Хаҡы 9 миллион 200 мең һум торған ҡорамалдың сифатына һүҙ тейҙергеһеҙ, ул теүәл, аныҡ һүрәттәр алырға ярҙам итә. Яҡын фокус арҡаһында патология усаҡтарын хәҙер ике миллиметр арауығында күрергә мөмкин.

Апрель айында файҙаланыуға тапшырылған яңы заманса ҡорамалда табип-эндоскопист Салауат Ғилметдинов эшләй.  “Заманса эндоскоптың тикшереүе мәғлүмәтле. Һүрәттәр аныҡ, мониторға тапшырыла. Шулай уҡ алынған һөҙөмтәне һанлы рәүешкә күсерергә мөмкин. Яңы аппарат сирҙәрҙе асыҡларға,  тикшереү һәм дауалау сифатын арттырырға ярҙам итәсәк”, – ти табип.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: