Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Май 2022, 14:15

Нефтселәр ҙә ситтә ҡалманы

Акцияла туғыҙ мең ағас ултыртылды

Нефтселәр ҙә ситтә ҡалманы
Нефтселәр ҙә ситтә ҡалманы

Благовар районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә районда шаулап-гөрләп “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтте. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына (национальный проект “Экология”) ярашлы тормошҡа ашырылды.

Йәш ҡайын, шыршы үҫентеләре Языков ауылындағы яңы “Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһендә Ҡәнзәфәр бей исемендәге сквер аллеяһын тулыландырҙы. Әйткәндәй, “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһының структур подразделениелары вәкилдәре лә район үҙәге эргәһендә генә яңы урман һыҙаты ултыртты. Ял көнөндә нефтселәр тотош ғаиләләре менән өмәгә сыҡты.

– Планетабыҙҙы йәшелләндереүҙең мөһим эш икәнлеген аңлайбыҙ, шуға ла саранан ситтә ҡалманыҡ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты акцияла ҡатнашыусыларҙың береһе.

Благоварҙар йәмәғәт киңлектәрен һәм ихаталарҙы йәшелләндереүҙә йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Әле лә ағас ултыртырға олоһо ла, кесеһе лә килгәйне. Акция барышында туғыҙ мең ағас ултыртылды. Районда был йүнәлештә эш дауам итә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/259609

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/259609

 

Нефтселәр ҙә ситтә ҡалманы
Нефтселәр ҙә ситтә ҡалманы
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: