Һыуһынды ҡандыра торған газлы эсемлектәргә халыҡта ихтыяж ҙур. Улар шәрбәт һәм органик кислоталар ҡушып, тәбиғи емеш-еләк һутынан, цитрус төнәтмәләренән етештерелһә, организмға файҙалы ла.
Сибай ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Ҡур һәм Ҡомалаҡ йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Андрей Немзоров “Алкоголһеҙ һәм аҙ алкоголле эсемлектәр заводы эшмәкәрлеген ойоштороу” проектын тәҡдим иткән. Ҡала хакимиәте, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, йүнселгә ярҙам йөҙөнән предприятие асыу өсөн бина бирергә ҡарар иткән.
Проекттың инициаторы заводты Сибайҙың Белов урамында асырға ниәтләй. Әле продукция бренды эшләнгән. Яңы производствола 15 эш урыны булдырыу ҡарала.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: sibay.bashkortostan.ru/presscenter/news/455063/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/259618