Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Май 2022, 22:45

Юлдарҙы ремонтлауға - 503 миллион һум

"Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтары яратып өлгөргән урындарҙа уңайлы, хәүефһеҙ шарттар булдырыу беҙҙең өсөн бик мөһим".

Юлдарҙы ремонтлауға - 503 миллион һум
Юлдарҙы ремонтлауға - 503 миллион һум

2022 йылда Башҡортостан юлсылары "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы 13 мәҙәни һәм тарихи объектҡа илткән 24 саҡрымлыҡ юлды, шулай уҡ халыҡты йәлеп иткән иҫтәлекле урындарҙағы юлдарҙың асфальт-бетон япмаһын яңыртасаҡ.

"Республиканың туристик урындарына алып барған юлдарҙы ремонтлау өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Ҡайһы бер юлдарҙы уҙған йылда уҡ тикшерә башланыҡ һәм туҡтап ҡалмайбыҙ, киләһе йылда да эште дауам итәсәкбеҙ. Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтары яратып өлгөргән урындарҙа уңайлы, хәүефһеҙ шарттар булдырыу беҙҙең өсөн бик мөһим", - тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Ремонтланасаҡ юлдар араһында Благовещен районындағы Благовещен - Павловка, Өфө районындағы "Йоматау" шифаханаһына, Ғафури районында Стәрлетамаҡ - Красноусол автомобиль юлдары ла бар.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Имай Насыри урамынан алып Октябрь проспектына һәм Кочетов урамынан Социалистик урамына тиклем юлдар ремонтланасаҡ. Бында "Сода" мәҙәниәт һарайы урынлашҡан, ул ҡала халҡын йәлеп итеү урыны булып тора. Ағымдағы юл-төҙөлөш миҙгелендә тағы ла Коммунистик (Цюрупа урамынан Воровский урамына тиклем) һәм Чернышевский урамы участкаларында төҙөкләндереү күҙаллана. Был урамдарҙа мәҙәни мираҫ объекттары һәм М.З. Шакиров исемендәге сквер урынлашҡан.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, милли проект объекттарына Федераль юл агентлығының ҡәтғи талаптары ҡуйыла. Тәү сиратта магистраль юлдар һәм дөйөм ҡала әһәмиәтендәге автомобиль юлдары, район әһәмиәтендәге транспорт-йәйәүлеләр коммуникациялары ҡарала. Һайлап алғанда хәрәкәт көсөргәнеше булған, юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлгән урындар иҫәпкә алына. Бынан тыш, киләһе миҙгелгә юлдарҙы ремонтлау объекттары исемлеген төҙөгәндә юлсылар социаль әһәмиәтле объекттарға, иҫтәлекле урындарға, парктарға, скверҙарға, популяр туристик урындарға илткән юлдарға күберәк иғтибар йүнәлтә.

һуңғы йылдарҙа Өфөлә Комаров, Мостай Кәрим урамдары төҙөкләндерелде. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Ҡулланыусылар баҙары, туризм һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльвира Матвеева баш ҡаланың ваҡиғалар һәм конгресс саралары үҙәктәренең береһе булып тороуын билдәләне. Аналитика мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда Өфөгә 890 мең самаһы турист килһә, 2021 йылда - бер миллиондан ашыу.

Фото: "Башинформ".

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: