Бөтә яңылыҡтар

17 йыл буйы көткәндәр...

Быйыл, ниһайәт, уларға бәхет йылмайҙы

17 йыл буйы көткәндәр...
17 йыл буйы көткәндәр...

Өфөләге алты алданған өлөшсө үҙ фатирының асҡысын алды. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың күбеһе йорттарҙың файҙаланыуға тапшырылыуын 17 йыл көткән.

- Кешеләр булмаған торлаҡ комплекстарынан - “Капитал-Хаус” һәм “Төбәк-сервис” компанияларынан фатир һатып алған. Масштаблы инвестиция проекттары – алданған өлөшсөләрҙең проблемаларын хәл итеү өсөн дәүләт ярҙамы сараһы. Һөҙөмтәлә алты ғаиләнең хоҡуҡтары ваҡытынан алда тергеҙелде һәм йыл аҙағына тиклем тағы 18-е фатир менән тәьмин ителәсәк, – тип белдерҙе Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йыл башынан Башҡортостанда 1 мең тирәһе кешенең хоҡуҡтары тергеҙелде. Тағы 2,9 мең өлөшсө үҙ торлағын көтә, тип хәбәр итә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.

“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты Башҡортостанда әүҙем тормошҡа ашырыла. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ҡарай. 2019 йылдан, программа башланғандан алып, Башҡортостанда 434 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Ағымдағы йылда тотош республикала 122 урында ошондай эштәр атҡарыласаҡ. Федераль программаның төп маҡсаты – ҡалаларҙы уңайлыраҡ итеү, ҡала мөхите индексын күтәреү, уңайһыҙ мөхитле ҡалалар һанын ике тапҡырға кәметеү, граждандарҙы был эшкә йәлеп итеү.

Башҡортостанда төҙөлөш миҙгеле йәнләнде, күп кенә муниципаль берәмектәрҙә эш ҡайнай.  Баҡалы районының Баҡалы ауылында өсөнсө йыл инде “Көнбайыш” паркын төҙөкләндереү” проекты тормошҡа ашырыла. 2020 йылда подрядсы юлдарҙы асфальт-бетон япма менән төҙөкләндерҙе, эскәмйәләр ҡуйҙы. Былтыр юлдарҙы ипкә килтереүҙе дауам иттеләр, туҡталҡаны төҙөкләндерҙеләр, видеокүҙәтеү камераларын ҡуйҙылар, паркты бәләкәй архитектура формалары менән биҙәнеләр.

Быйыл аллеяны төҙөү, биләмәне йәшелләндереү һәм беседкалар рәүешендә өҫтәмә архитектура формаларын ҡуйыу планлаштырыла. Был проектты баҡалылар түҙемһеҙләнеп көтә. Килешеүгә ярашлы, төҙөкләндереү буйынса барлыҡ эштәрҙе 31 авгусҡа тиклем тамамламаҡсылар.

Салауат районының Малаяҙ ауылында федераль программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә паркты ипкә килтерәләр. Бында балалар һәм спорт майҙансыҡтары, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар, ял зоналары барлыҡҡа килер тип көтөлә. Бынан тыш, паркты йәшелләндереү, ҡоймалар эшләү буйынса эштәр атҡарыласаҡ. Әлеге ваҡытта йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар һалына башлаған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 майға тиклем “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” проекты сиктәрендә https://2.gorodsreda.ru/ платформаһында йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә. Тауыш биреүҙә Рәсәйҙең 14 йәше тулған һәр кем тауыш бирә ала.

Фото: stroyka.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

17 йыл буйы көткәндәр...
17 йыл буйы көткәндәр...
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в