Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Май 2022, 15:45

“Бөйөк һуғыш балалары” менән осрашыу

Кисәгә һәләк булған яугирҙәрҙең балалары саҡырылды.

“Бөйөк һуғыш балалары” менән осрашыу
“Бөйөк һуғыш балалары” менән осрашыу

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 18 майҙа Учалы ҡалаһының модель китапханаһында Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары һәм мәктәп уҡыусылары өсөн “Беҙ – бөйөк һуғыш балалары” тигән әҙәби-музыкаль кисә үтте. Сара “Пушкин картаһы” проекты нигеҙендә уҙғарылды.

Кисәгә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙең балалары саҡырылды. Дәһшәтле һуғыштың шаһиттары бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тылда өлкәндәр менән бер рәттән ал-ял белмәй тырышып эшләүе тураһында һөйләне.

“Бындай саралар йәш быуында ватансылыҡ, өлкәндәргә тәрән хөрмәт, Тыуған ил, халҡың тарихына, йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә ихтирам, Ватан яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләргә ярҙам итә”, – тине Учалының 10-сы мәктәбе уҡытыусыһы Людмила Евдокимова.

Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) маҡсаты – граждандарға мәҙәни ҡиммәттәр менән танышыу, уларҙы өйрәнеү, файҙаланыу, шулай уҡ ошо ҡиммәттәрҙе туплау мөмкинлеген биреү, ә “Пушкин картаһы” ошо мөмкинлекте тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/260457

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/260457

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: