Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Ҙур коллектор төҙөлөшө дауам итә

Ҙур проект ҡала, республика һәм федераль бюджеттан финанслана.

Ҙур коллектор төҙөлөшө дауам итә
Ҙур коллектор төҙөлөшө дауам итә

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала ҙур коммуналь объект – “Затон-Көнсығыш” канализация насос станцияһынан алып ҡала таҙартыу канализация ҡоролмаларына тиклем канализация коллекторы төҙөлөшө дауам итә. Участкаларҙың күбеһендә әүҙем эш бара. Подряд ойошмаһы 17,1 километрлыҡ траншея ҡаҙған. Дөйөм алғанда, объект дүрт этапҡа бүленгән, шуның өсәүһендә (1, 2, 4) эш ҡайнай, өсөнсөһөндә Аағиҙел йылғаһы төбөнән юл үткәргес һалыу күҙаллана. Объекттың дөйөм оҙонлоғо – 27,6 километр. Подрядсы әйтеүенсә, эш ике сменала бара. Майҙансыҡҡа йөҙҙән ашыу кеше йәлеп ителгән.

Ҙур проект ҡала, республика һәм федераль бюджеттан финанслана. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) бер өлөшөн тәшкил иткән “Стимул” программаһына ярашлы төҙөлә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufacity.info/press/news

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/260157

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в