Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Май 2022, 09:30

Бәләкәй генә шештәрҙе лә “күрә” ала

Кушнаренко район дауаханаһы һанлы маммограф алды.

Бәләкәй генә шештәрҙе лә “күрә” ала
Бәләкәй генә шештәрҙе лә “күрә” ала

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы, Кушнаренко үҙәк район дауаханаһына  яңы медицина ҡорамалы – һанлы маммограф алынды.

Табиптар хәҙер яңы аппаратта юғары сифатлы рентген һүрәттәре эшләй ала. Ҡорамал яман шештәрҙе асыҡларға һәм теүәл диагностика үткәрергә һәләтле. Һанлы маммография һөт биҙе тураһында аҙ нур көсөргәнеше менән тулы мәғлүмәт алырға ярҙам итә.

– Яңы ҡорамал дауахана пациенттарына заманса кимәлдә тикшереү үтергә мөмкинлек бирә. Ул сирҙе иртәрәк асыҡларға һәм уңышлы дауаланырға ярҙам итә, – ти Кушнаренко үҙәк  район дауаханаһының баш табибы Илдар Баҡаев. – Уның ярҙамында алынған һүрәттәр сифатлы, ҡорамал пациенттар өсөн дә, табиптар өсөн дә уңайлы.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: