Ҡариҙел ауылында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Мәҙәниәт" милли проектын (национальный проект "Культура") тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылған үҙәк район модель китапханаһында йәштәр өсөн “Һинең һайлау” һөнәри йүнәлеш биреү акцияһы үтте.
Һөнәр һайлағанда кешегә яңылышмау мөһим. Һөнәр – ул ғүмерлек. Һөнәрле кеше бер ҡасан да бирешмәй, алға бара, уңыштар яулай, етеш тормошта йәшәй. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигәндәй, йәш, көслө саҡта уңышлы кәсеп итерҙәй, киләсәктә үҙеңде, ғаиләңде аҫырарҙай хеҙмәт төрҙәренә эйә булыу мөһим. Үҫмерҙәр, йәштәр араһында “Ниндәй һөнәр һайларға?”, “Ҡайҙа уҡырға барырға?” тип баш ватҡандар байтаҡ. Мәктәптә уҡыған осорҙа уҡ киләсәгеңде ҡайғыртып, дөрөҫ йүнәлеш алып, яҡшы һөнәр һайлап ҡуйырға кәрәк.
Йәмғиәтебеҙҙә әлеге мәлдә 50 меңдән ашыу һөнәр төрө бар. Йәштәр уларҙың күбеһен белмәй ҙә, шуға профессиялар тураһындағы файҙалы мәғлүмәткә, төплө кәңәшкә мохтаж.
Йәнле һөйләшеүгә ҡоролған сараны заманса һәм ҡыҙыҡлы һөнәр вәкиле – “Морошко” кондитер кафеһы хужабикәһе Регина Ҡотлоева алып барҙы. Ул йәштәргә бизнес проектын эшләгәндә нимәгә иғтибар итергә икәнен әйтте, үҙенең карьера үҫеше тарихын һөйләне, эшҡыуарлыҡты алып барыу серҙәре менән бүлеште.
“Бөгөн “татлы” бизнес булдырған кеше шәхси тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Миңә был ныҡ оҡшаны. Үҙенең идеяларын тормошҡа ашырырға теләгән йәштәр өсөн бөгөнгө сара бик файҙалы булды”, – тине Ҡариҙел ауылындағы 2-се урта мәктәптең VIII Б класы уҡыусыһы Азалия Сафиуллина.
Осрашыу мәлендә сарала ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, профессиональ йүнәлешкә психологик тест үтте, интерактив презентация ҡараны. Акция “Эшсе һөнәрҙәренең күп төрлөлөгө" видеофилmьмын тамаша ҡылыу менән тамамланды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: karaidel.bashkortostan.ru