Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Май 2022, 13:30

Дауаханаға яңы ҡорамал ҡайтарылды

"Был мөмкинлеккә бик шатбыҙ. Ул табиптар эшен еңелләштерә, заманса сифатлы, теүәл тикшереүҙәр үткәрергә ярҙам итә".

Дауаханаға яңы ҡорамал ҡайтарылды
Дауаханаға яңы ҡорамал ҡайтарылды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный

проект “Здравоохранение”) “Һаулыҡ һаҡлау тармағын модернизациялау” программаһы буйынса  Краснокама үҙәк район

дауаханаһына “Диаком” рентген-диагностика комплексы ҡайтарылған. Яңы комплексты Николо-Березовкала, капиталь ремонт

уҙғарылған 1-се поликлиника бүлегенә ҡуйғандар.

"Диаком" рентген-диагностика комплексы күп функциялы. Хәҙер пациентҡа тикшерелеү һөҙөмтәләрен бер нисә көн көтөү талап

ителмәй, яңы ҡорамалда ул кисекмәҫтән тапшырыла. Был ғәмәл пациент теләге буйынса  ҡағыҙҙа, һанлы пленкала, электрон

рәүештә тормошҡа ашырыла.

Дауахананың баш табибы Фәғит Бәҙретдинов билдәләүенсә, яңы рентген комплексы Краснокама районы өсөн бик әһәмиәтле.

 – Был мөмкинлеккә бик шатбыҙ. Ул табиптар эшен еңелләштерә, заманса сифатлы, теүәл тикшереүҙәр үткәрергә ярҙам итә, - ти 

Фәғит Бәҙретдинов.  

Ҡорамал ағымдағы йылдың 11 майынан ғәмәлдә ҡулланыла башлаған.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: