Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Май 2022, 11:30

Йәштәр аллеяһы йәнләнде

Аллеяла стационар булмаған сауҙа нөктәләре урынлаштырылған.  Уларҙың һәр ҡайһыһын район эшҡыуарҙарына ташламалы хаҡ менән ҡуртымға биргәндәр.

Йәштәр аллеяһы йәнләнде
Йәштәр аллеяһы йәнләнде

Ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите ” милли проекты ( нацпроект "Жилье и городская среда") сиктәрендәге “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы  буйынса Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында бик матур Йәштәр аллеяһын төҙөкләндергәндәр.

Аллеяла стационар булмаған сауҙа нөктәләре урынлаштырылған. Уларҙың һәр ҡайһыһын район эшҡыуарҙарына ташламалы хаҡ менән ҡуртымға биргәндәр. Мәҫәлән, бер сауҙа нөктәһендә “Алағуз” ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативы эшләйәсәк. Бында ундан ашыу төр колбаса һәм ыҫланған ит ризыҡтарын һатып алырға һәм йорт ҡоштарын ыҫлатырға заказ бирергә мөмкин буласаҡ.

Икенсе нөктәлә эшҡыуар Динар Шәрәфетдинов һанлы, компьютер техникаһы һәм сымһыҙ телефондарҙы ремонтлау буйынса хеҙмәтләндереү күрһәтәсәк, ә Эмиль Назыров копиүҙәк хеҙмәтен ойошторасаҡ.

Башҡа нөктәләрҙә фастфуд һәм эсемлектәр, тәмле бәлештәр һәм десерттар һатып алып булһа, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ҡуртымға алған нөктәлә район оҫталары етештергән биҙәү-ҡулланма сәнғәт өлгөләрен тәҡдим итәсәк.

Сауҙа нөктәләре Йәштәр аллеяһын йәнлерәк һәм әһәмиәтлерәк итә.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: api.rbsmi.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: