Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Май 2022, 10:30

Яҡшы эшкә ямғыр ҡамасауламай

Ағас ултыртыу - изге, файҙалы ғәмәлдәрҙең береһе. Шуға күрә изге ниәтте тормошҡа ашырыуҙа бер нимә лә ҡаршылыҡ була алмай.

Яҡшы эшкә ямғыр ҡамасауламай
Яҡшы эшкә ямғыр ҡамасауламай

Ошо көндәрҙә Ғафури районы урмансылары, Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Салауаттан килгән “Һаҡлыҡ банкы”  хеҙмәткәрҙәре Красноусол ҡасабаһы эргәһендә “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһында ҡатнашыу өсөн йыйылған. Мәғлүм булыуынса, акция Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына (национальный проект “Экология”) ярашлы уҙғарыла.

Был көн уртаҡ тырышлыҡ менән Һабантуй тауында 2,5 гектар майҙанда 10 мең самаһы шыршы үҫентеләре ултыртылған.

- Яҡшы эшкә ямғыр ҡамасауламай. Киреһенсә, ул ағастарға  үҫеп китергә ярҙам итәсәк, - ти акцияла ҡатнашыусылар.

Бынан алда Табын участка урмансылығында ла ағас ултыртҡандар. Унда район хакимәте хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, тәрбиәселәр ҡатнашҡан. 

- Тиҙҙән был төбәктә 14 меңгә яҡын ҡарағай үҫентеһе тамырланасаҡ. Һәр ағас – ирекле заманда тыуыу һәм йәшәү мөмкинлеге өсөн рәхмәт һүҙе ул, - ти Ғафури урмансылығы  начальнигы Әнәс Сәйфуллин.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Башҡортостандың Урман хужалығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: