Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Май 2022, 13:30

Дүртөйлө умартасыһы киләсәккә ҙур өмөт бағлай

Йүнсел ҡорт күстәре һанын 150-гә тиклем арттырмаҡсы.

Дүртөйлө умартасыһы киләсәккә ҙур өмөт бағлай
Дүртөйлө умартасыһы киләсәккә ҙур өмөт бағлай

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Вдадимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә урындағы йүнселдең умартасылыҡ тураһындағы проектын ҡаранылар.

Ул етәкселәргә ауыл хужалығы министрлығы йүнәлеше буйынса үҙ эешен үҫтереүгә өс миллион һум күләмендә финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән.

“Әлегә 20 күсем бар. Уларҙың һанын 150-гә тиклем арттырыу теләге бар. Бал ҡорттарын ҡышлатыу өсөн омшаник төҙөргә кәрәк. Кәрәк-яраҡты һаҡлау өсөн келәт тә кәрәк”, – ти умартасы.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/455723/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: