Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Май 2022, 12:00

Ибрай ауыл клубына – яңы һулыш

Реновация барышында бинаны ныҡлы яңыртыу планлаштырыла.

Ибрай ауыл клубына – яңы һулыш
Ибрай ауыл клубына – яңы һулыш

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) күләмле саралар исемелеген үҙ эсенә ала, шуларҙың береһе – ауыл мәҙәниәт йорттарын төҙөкләндереү, төҙөү һәм реконструкциялау.

Ҡыйғы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо милли проектҡа ярашлы, быйыл районда Ибрай ауыл мәҙәниәт йорто ремонтлана. Әйткәндәй 1981 йылда һалынған бинала бер тапҡыр ҙа ремонт яһалмаған.

Реновация барышында бинаны ныҡлы яңыртыу, эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла. Әле ремонт эштәре башланған. Мәҙәниәт йорто бинаһының асамайҙары һүтелә, стеналарҙың штукатуркаһы ҡырып алына. Тиҙҙән Ибрай ауыл Советы халҡы мәҙәни сараларҙы яңыртылған клубта ҡарай башлар.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/260788

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: