Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Май 2022, 14:30

Микрозаем өс йылға бирелә

Эшҡыуарҙар биш процентлы йыллыҡ ставка менән биш миллион һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.

Микрозаем өс йылға бирелә
Микрозаем өс йылға бирелә

Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан микрокредит компанияһы әйләнештәге аҡсаны тулыландырыуға һәм төп аҡсаға инвестиция рәүешендә өҫтәүгә микрозаемдар биреү ваҡытын өс йылға тиклем арттырҙы. Микрофинанс ярҙамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә күрһәтелә.

– Хәҙер Башҡортостандағы эшҡыуарҙар һәм үҙ эшен асҡан кешеләр аҡсаны элекке кеүек ике түгел, ә өс йылға ала. Бындай ҡарар бизнесты үҫтереү өсөн дәүләт финанс ярҙамынан файҙаланыу теләген арттыра, эшҡыуарҙарға көсөргәнеште кәметә, сөнки оҙайлы йөкләмәләрҙе хеҙмәтләндереү еңелерәк. Республика Хөкүмәте санкциялар шарттарында үҫеш мөмкинлектәрен киңәтеү бурысын ҡуйғанға беҙ ошондай аҙымға барырға булдыҡ, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары теркәлгән биш процентлы йыллыҡ ставка менән биш миллион һумға, ә үҙмәшғүлдәр дүрт процентлыҡ ставка буйынса 500 мең һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Башҡортостан микрокредит компанияһында заем алғанда уны түләүҙең льготалы осорон һөйләшеп килешергә була.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/455745/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: