Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Май 2022, 11:00

Ҡыйғының Йәштәр аллеяһы – иң яҡшылар иҫәбендә

Министрлыҡҡа 84 төбәктән йәмғеһе 400 ғариза тапшырылған.

Ҡыйғының Йәштәр аллеяһы – иң яҡшылар иҫәбендә
Ҡыйғының Йәштәр аллеяһы – иң яҡшылар иҫәбендә

Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы 2021 йылда төҙөкләндереүҙең иң яҡшы практикаларының федераль реестрын раҫланы. Уға илдең 60 төбәгендәге 110 муниципаль берәмектең 120 уңайлы ҡала мөхите булдырыу проекты инде. Министрлыҡҡа 84 төбәктән йәмғеһе 400 ғариза тапшырылған. Башҡортостандан конкурста ҡатнашыуға ете проект дәғүә иткән, һөҙөмтәлә иң яҡшылар реестрына ике проект ҡына ингән.

Ҡыйғы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Үрге Ҡыйғы ауылындағы Йәштәр аллеяһы – еңеүселәр иҫәбендә. Аллея Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған ”Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) нигеҙендә төҙөкләндерелгән. Әйткәндәй, ул “Майҙанды, урамды, бульварҙы, скверҙы, яр буйын йәки йәйәүлеләр йөрөгән, аралашҡан, күнел асҡан, хеҙмәт күрһәтелгән зона булараҡ, дөйөм файҙаланыуҙағы башҡа территорияны төҙөкләндереү” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылған.

Әле аллеяның дауамын төҙөйҙәр. “Ҡыйғы Коммунальщик” йәмғиәте эшселәре бордюрҙар яһай, тротураға ҡырсын түшәй.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/260811

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: