Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Май 2022, 10:00

Береһе йыһаз етештерә, икенсеһе кафе аса

Инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.

Береһе йыһаз етештерә, икенсеһе кафе аса
Береһе йыһаз етештерә, икенсеһе кафе аса

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов аҙна һайын үткәргән “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”е тәртибендәге эшҡыуарлыҡ буйынса координация советы ултырыштары районда йүнселлекте үҫтереүгә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) күрһәткестәрен үтәүгә йүнәлтелә.

Аҡъяр ауылында йәшәгән Евгений Козелков лофт стилендә йыһаз етештерергә ниәтләй. Әле ул мебелде үҙенең ихатаһында эшләй. Эште киңәйтеү һәм үҫтереү өсөн уға дәүләт ярҙамы кәрәк. Ошондай үтенес менән ул “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт иткән. Йүнсел шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереүгә субсидия биреүҙе һорай.

Айгөл Фоменко иһә районда һәм күрше төбәктәрҙә продукцияһын һатыу өсөн дөйөм туҡланыу һәм кондитер эшмәкәрлеге өлкәһендә ғаилә бизнесын асырға теләй. Киләсәктә ул шулай уҡ 200-250 урынлыҡ банкет залы булған кафе ла асмаҡсы. Унда пенсионерҙарға һәм халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған төркөмдәренә ташламалар биреләсәк. Бизнесты үҫтереү өсөн эшҡыуарға ҡорамалдар һатып алыуға финанс ярҙамы кәрәк. Уның әйтеүенсә, башланғыс уңышлы тормошҡа ашырылған осраҡта Хәйбулла районында өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа киләсәк.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусыларға инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү алымдары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/261708

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/261708

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: