Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Май 2022, 11:30

Эштәр быйыл тамамланасаҡ

Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлында төҙөкләндереү эштәре ҡыҙыу бара.

Эштәр быйыл тамамланасаҡ
Эштәр быйыл тамамланасаҡ

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә айырыуса етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

Әйткәндәй, был тәңгәлдә башҡортостандар өсөн һөйөнөслө хәбәр бар. Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлында реконструкция эштәре ҡыҙыу бара. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылынан алып Дыуан районының Таҙтүбә ауылына хәтлем аралағы юл эштәре быйыл декабрҙә тамамланасаҡ. Дөйөм алғанда, был аралағы юл 60,9 километрға һуҙылған, объекттың хаҡы – дүрт миллиард һумдан ашыу.

– Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлы – төбәктәге иң эре проекттарҙың береһе, ул республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарын йылдам үҫтереүгә йүнәлтелгән, – тип һөйләй Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков. – Бындағы юл төҙөлөшөнә тәүге көндәрҙән үк ныҡлап тотонғайныҡ, әле уңғандар тырышлыҡ күрһәтә, уның ваҡытында йәки Яңы йыл алдынан тамамланырына тамсы ла шик юҡ. Водителдәрҙең рәхмәтенең сиге булмаясаҡ, ғөмүмән, кем был юлдан үтәсәк, барыһы ла шатланасаҡ ҡына. Әлбиттә, ошо юлды һалғанда заманса технологиялар ҡулланыла, ул тейешле талаптарға тура килтерелә.

Ысынлап та, ошо оло проектты тормошҡа ашырыуға 200-гә яҡын заманса юл-төҙөлөш техникаһы йәлеп ителгән, ә инде махсус техникаларҙың ике сменала эшләүе күпте һөйләй. Бик күптәр бында үҙенә эш тапҡан. Әлегә хәтлем юлсылар 30 километр юлға ике ҡатлам асфальт түшәгән дә инде, шулай уҡ 15 километр тирәһе юлға асфальт-бетон ҡатнашмаһы һалған. Шул уҡ ваҡытта бер нисә урында ашалған йәки ҡырып алынған ҡаяның ҡырсынташын бүтән урынға ташыу эштәре бара.

– Бер үк ваҡытта һыу ағып төшә торған урындарға торба һалып ҡалдырыу эштәре лә бара, – ти Виктор Жульков. – Аркалы күпер урынлаштырыуға ла, электр бағаналарын күсереп ултыртыуға ла һәр кем етди ҡарай. Ошо объектта ете аркалы күпер төҙөлдө. Сентябрь аҙаҡтарына инде уңғандар Оло Бирҙәш йылғаһы аша яңы күпер һаласаҡ.

Фото: https://ufa.rbc.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: