Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Май 2022, 14:50

Һөнәр һайлау еңел түгел

Сара бик йәнле, йөкмәткеле булды.

Һөнәр һайлау еңел түгел
Һөнәр һайлау еңел түгел

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо көндәрҙә Ҡариҙел ауылындағы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Култура”) нигеҙендә төҙөлгән Үҙәк район модель китапханаһында йәштәр өсөн “Һин һайлаған юл” тип аталған һөнәри йүнәлеш биреү акцияһы ойошторолдо.

Сара йәнле аралашыу тәртибендә үтте. Унда урындағы “Мораҡ” (“Морошка”) кондитер кафеһы хужаһы Регина Ҡотлоева үҙенең заманса һәм ҡыҙыҡлы һөнәре тураһында сығыш яһаны. Ул балалар менән бизнесты үҫтереү серҙәрен уртаҡлашты, кафе асыу тарихын һөйләне.

Акцияла ҡатнашҡан балалар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды, һөнәрҙәр буйынса китаптар менән танышты, һөнәри йүнәлеште күҙаллау буйынса психологик тест үтте. Сараның аҙағында “Эшсе һөнәрҙәр донъяһының күп төрлөлөгө” видеофильмын ҡаранылар.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/261265

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/261265

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: