Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Май 2022, 10:30

Экспортҡа эшләгән предприятиеларға сығымдарын ҡайтаралар

Ошо хаҡта документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәттәр интернет-порталында 23 майҙа баҫылды.

Экспортҡа эшләгән предприятиеларға сығымдарын ҡайтаралар
Экспортҡа эшләгән предприятиеларға сығымдарын ҡайтаралар

Башҡортостан Хөкүмәте республика биләмәһендә етештерелгән сеймалға ҡарамаған энергетик булмаған тауарҙарҙы экспортҡа һатыуға сығарыуға бәйле сығымдарҙың өлөшөн ҡайтарыу буйынса төбәк бюджеттан субсидия бүлеү тәртибен раҫланы. Ошо хаҡта документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәттәр интернет-порталында 23 майҙа баҫылды (опубликован ).

Экспорт йүнәлешендә эшләгән предприятиеларға субсидия бүлеү тәртибе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы әҙерләнгән.

Экспортер предприятиеларға субсидияны төп бүлеүсе итеп Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы билдәләнгән.

Документҡа ярашлы, бер ғариза биреүсенең сығымдарын өлөшләтә ҡайтарыу күләме ике миллион һумдан артырға тейеш түгел.      

Автор фотоһы.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: