Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Май 2022, 11:30

Ике эш урыны булдырыласаҡ

Унда һанлы һәм рентген аппараттарында эшләү ысулын үҙләштергән  рентген лаборанттары, табип-рентгенологтар   эшләйәсәк. 

Ике эш урыны булдырыласаҡ
Ике эш урыны булдырыласаҡ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы,  Талбазы үҙәк  район дауаханаһы нур диагностикаһы бүлексәһе өсөн яңы рентген  комплексы алды.

Яңы ҡорамалды урынлаштырыр алдынан бинаға санитар-гигиена һәм техник талаптарға ярашлы  капиталь ремонт үткәрелгән.

– Комплекс ике эш урынына иҫәпләнгән. Унда һанлы һәм рентген аппараттарында эшләү ысулын үҙләштергән  рентген лаборанттары, табип-рентгенологтар   эшләйәсәк.  Ҡорамал бөтә процедураларҙы бер урында һәм бер үк ваҡытта үткәрергә мөмкинлек бирә, – ти Талбазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Роберт Иштуков.

Заманса технологиялар Ауырғазы районы халҡын яҡшыраҡ хеҙмәтләндереүгә ҙур өлөш индерәсәк. 

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: