Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Май 2022, 13:30

Салауатта – “Бала саҡ ярҙары” буйлап экскурсия

Күргәҙмә иң нескә һәм ҡатмарлы темаларҙың береһе – бала һәм үҫмер саҡ темаһына арнала.

Салауатта – “Бала саҡ ярҙары” буйлап экскурсия
Салауатта – “Бала саҡ ярҙары” буйлап экскурсия

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты граждандарға мәҙәни ҡиммәттәр менән киң танышыу мөмкинлеген бирә.

Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы фондынан “Бала саҡ ярҙары” күргәҙмәһе буйлап экскурсияға саҡыра. Экскурсия донъя художество мәҙәниәтендәге иң нескә һәм ҡатмарлы темаларҙың береһе – бала һәм үҫмер саҡ темаһына арнала. Уның менән әсәлек темаһы ла туранан-тура бәйле, сөнки сабый образын ҡатын-ҡыҙ-әсә образынан айырып ҡарау мөмкин түгел.

Күргәҙмәләге һәр әҫәр – үҙе бер ваҡиға, һәр рәссамдың исеме Башҡортостан һәм Рәсәй һынлы сәнғәтенең алтын фондына ингән. Тамашасы иғтибарына Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамдары Федор Кащеевтың, Әхмәт Лотфуллиндың, Рәшит Нурмөхәмәтовтың, Павел Салмасовтың һәм башҡаларҙың танылған картиналары тәҡдим ителә.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Салауат ҡалаһында бала саҡҡа арналған байтаҡ саралар ойошторола.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/262521

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/262521

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: