Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Май 2022, 08:00

Баймырҙалар хәбәрҙе хуплап ҡаршы алды

Ауылда быйыл  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты  төҙөләсәк.

Баймырҙалар хәбәрҙе хуплап ҡаршы алды
Баймырҙалар хәбәрҙе хуплап ҡаршы алды

Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев эш сәфәре барышында Баймырҙа ауылында халыҡ менән осрашты.  Ауылда быйыл  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты  төҙөләсәк. Баймырҙалар яҡшы хәбәрҙе хуплап ҡаршы алды.  Хатта уны ҡайҙа урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ҡатнашты.

Планға ярашлы, бина модулле әҙер блоктарҙан төҙөләсәк. Медицина учреждениеһы заман талаптарына тулыһынса яуап бирәсәк. Белгестәрҙең һәм пациенттарҙың эш шарттарын яҡшыртыу, уңайлыҡтар тыуҙырыу  медицина ярҙамын яңы кимәлгә күтәрәсәк.

– ФАП күп функциялы буласаҡ. Пациенттар өсөн көтөү, ҡабул итеү бүлмәләре,  процедура кабинеты һәм башҡа уңайлыҡтар һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звено эшмәкәрлеген яҡшыртасаҡ, - ти район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Ufa.bezformata.com

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: