Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Май 2022, 14:45

“Бындай саралар эшкә этәргес бирә”

Әлкә китапханаһына матди-техник базаһын нығытыуға аҡса бүленде.

“Бындай саралар эшкә этәргес бирә”
“Бындай саралар эшкә этәргес бирә”

Салауат районының социаль-мәҙәни ял үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Әлкә ауыл китапханаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) буйынса субсидия алған.

Быйыл “Ижад кешеләре” төбәк проектының ”Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларына дәүләт ярҙамы” сараһы буйынса конкурс йомғаҡтарына ярашлы, Әлкә китапханаһы иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениеларының береһе тип танылды. Уға матди-техник базаһын нығытыуға аҡса бүленде.

“Китапхана эшләй башлағандан алып матди-техник базаның бындай күләмдә яңыртылғаны юҡ ине. Демонстрация, күргәҙмә стеллаждары, уҡыу өҫтәлдәре, ултырғыстар, офис техникаһы һәм китаптар һатып алынды. Бындай саралар эшкә этәргес бирә, дәрт уята”, – тине район китапханалар системаһы директоры Юлиә Миңлислам ҡыҙы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/262938

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/262938

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: