Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Май 2022, 10:30

Етештереүсәнлек 49 процентҡа артҡан

Артыҡ сығымдарһыҙ, эште дөрөҫ ойоштороу арҡаһында предприятие эшмәкәрлеге яҡшыра.

Етештереүсәнлек 49 процентҡа артҡан
Етештереүсәнлек 49 процентҡа артҡан

"Северная Нива Башкирия" йәмғиәте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект “Производительность труда”) 2021 йылда ҡушыла. Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары алты ай дауамында технологик процестарҙы ҡулайлаштырырға һәм етештереүҙәге етешһеҙлектәрҙе кәметергә ярҙам итә. Ошо турала БР Премьер-министры урынбаҫары, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

“Эксперттар алдына сей һөттөң сифатын яҡшыртыу бурысы ҡуйыла. Артыҡ сығымдарһыҙ, машина менән һауыу операторҙарының эшен ҡулайлаштырыу, лаборанттарҙың эш урынын һәм етештереү майҙандарын дөрөҫ ойоштороу арҡаһында предприятие эшмәкәрлеге яҡшыра. Башҡарылған саралар һөҙөмтәһендә етештереүсәнлек 49 процентҡа арта”, - тип билдәләне Рөстәм Моратов.

Төбәк компетенциялар үҙәге эксперты Эльнара Сиразетдинова хәбәр итеүенсә, был үҙгәрештәр һөт етештереү процесы ваҡытын 24 процентҡа ҡыҫҡартҡан, бер хеҙмәткәр етештергән продукцияны 278 тоннанан алып 4,16 тоннаға тиклем арттырған.

Йәрмәкәй районындағы "Северная Нива - Башкирия" һөт комплексы төбәктә һөт  етештереүсе эре предприятиеларҙың береһе. Бында тәүлегенә 220 тонна продукция етештерәләрә, комплекста 340 кеше эшләй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.

Фото: apkrb.info

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: