Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, оператив штаб ирекмәндәре “Коррупцияға – юҡ!” мәғлүәмт акцияһын ойошторҙо. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) нигеҙендә үткәрелде. Акцияның маҡсаты – коррупция проблемаларына халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү.
Сара барышында ирекмәндәр Күкҡуян, Өсбүлә, Һыуыҡҡул ауылдары халҡына коррупция алымдары, коррупцион тәртип боҙоуҙар һәм енәйттәр өсөн яуаплылыҡ тураһында һөйләгән “Коррупцияны бергәләп еңәйек” тигән тематик буклеттар таратты. Был буклеттар Дүртөйлө район-ара прокуратураһы менән берлектә төҙөлгән.
“Коррупция – заманыбыҙҙың киҫкен проблемаһы. Әлеге акция коррупция күренештәрен иҫкәртеүгә йүнәлтелә. Был афәткә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеге үҙебеҙгә, айырыуса оло тормошҡа аяҡ баҫҡан йәштәргә бәйле”, – тине Дүртөйлө районы хакимиәтенең йәштәр менән эшләү, физик культураны, спортты һәм туризмды үҫтереү бүлегенең баш белгесе Ринә Мосабирова.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/262949
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/262949