Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Май 2022, 08:00

Белгестәр яңы ҡорамалды үҙләштерә

Нуриман үҙәк район дауаханаһы ике заманса ҡорамалға байыны.

Белгестәр яңы ҡорамалды үҙләштерә
Белгестәр яңы ҡорамалды үҙләштерә

Нуриман үҙәк район дауаханаһына,  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, яңы медицина ҡорамалдары – һанлы маммограф һәм флюорограф  алынды. 

Заманса һанлы маммографта эшләү өсөн әле белгестәр уҡытыла. Оҙаҡламай ул тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк. Хәҙер табиптарға юғары сифатлы  рентген һүрәттәре алыу өсөн ҙур “ярҙамсы” буласаҡ. Ҡорамал шештәрҙе иртә стадияла асыҡларға һәм теүәл диагностика ҡуйырға ярҙам итәсәк.  Өҫтәүенә һанлы маммография һөт биҙе тураһында ҙур күләмдә мәғлүмәт алырға булышасаҡ.

Флюорографты урынлаштырыр алдынан бинала капиталь ремонт үткәрелгән. Район халҡы бөгөндән яңы ҡорамалда тикшереү үтә ала.

– Яңы медицина ҡорамалы  район халҡына сирҙәрҙе иртә асыҡларға һәм дауаланыуҙы уңышлы үтергә ярҙам  итәсәк, – ти Нуриман үҙәк район дауаханаһының баш табибы  Салауат Ғайсин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:”Бәйләнештә”

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в