Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашыусы Башҡортостан предприятиеларының идара командаларын “Етештереүсәнлек лидерҙары” белем биреү программаһында ҡатнашырға саҡыралар. 5 июлдә уҡытыуҙың утыҙынсы ағымы старт ала.
“Уҡыу барышында ҡатнашыусылар заман баҙары шарттарында етештереүсәнлекте күтәреү өсөн компания менән идара итеү буйынса системалы ҡараш формалаштыра аласаҡ. Программа буйынса белем алыусылар предприятиены етештереүсәнлек яғынан баһаларға, үҫеш нөктәләрен эҙләргә, ағымдағы иҡтисади шарттарҙа дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә, предприятиела һанлы трансформация уҙғарырға, үҙгәрештәр индерергә, хеҙмәткәрҙәр менән етәкселек итергә өйрәнәсәк, - тип билдәләне БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Программа РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы заказы буйынса Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһы тарафынан тормошҡа ашырыла. Уны төҙөү һәм ғәмәлгә индереү өсөн етештереүсәнлекте күтәреүҙә ҙур тәжрибә туплаған әйҙәүсе компанияларҙың эксперттары йәлеп ителгән. Милли проектта ҡатнашыусыларҙы уҡытыу федераль бюджет иҫәбенә башҡарыла. Ул биш ай дауам итә. Ошо арауыҡта ҡатнашыусылар тәжрибә, оҫталыҡ туплаясаҡ.
Бизнестың һөҙөмтәлелеген системалы күтәреү өсөн белем биреү дүрт йүнәлеш буйынса ойошторола: стратегия, маркетинг, етештереү һәм персонал менән етәкселек итеү, digital алымдарҙы ҡулланыу.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.
Фото: 56np.ru
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан