Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Май 2022, 12:30

Күргәҙмәлә – импортты алмаштыра торған продукция

Сара санкциялар шарттарында сәнәғәтте һанлы технологиялар менән тәьмин итеүгә арнала.

Күргәҙмәлә – импортты алмаштыра торған продукция
Күргәҙмәлә – импортты алмаштыра торған продукция

Башҡортостан Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектына (национальный проект “Цифровая экономика РФ”) ярашлы, быйыл февралдә “Форт Диалог” компанияһы тарафынан асылған һанлы ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү буйынса IT-майҙансыҡта “Импортты алмаштырыу. Технологик процестарға автоматлаштырылған идара итеү системаһы. Төп трендтар-2022” күргәҙмәһе асылды. Ул санкциялар шарттарында сәнәғәтте һанлы технологиялар менән тәьмин итеүгә арнала.

Күргәҙмәгә килгәндәр етештереүҙәге технологик процестарҙы автоматлаштырыу өлкәһендәге өр-яңы ҡаҙаныштар, Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә етештерелгән ҡорамалдар өлгөһө, тренажерҙар, программа тәьминәте менән таныша ала. Унда машинаның күреү системаһы, АСУТП шкафтары, VR-тренажерҙар, етештереү контроллерҙары, вибромониторинг системалары тәҡдим ителә. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла импортты алмаштыра торған ҡаҙаныштар.

Сарала Мәскәүҙән һәм Пермдән “ОВЭН” һәм “ТИК” предприятиелары, Өфөнән “Форт Диалог”, “СИП”, “Нефтеавтоматика”, “К-СОФТ ИНЖИНИРИНГ” һәм Салауаттан “Хаммель” компаниялары ҡатнаша.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/263785

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: