“Мәғариф” милли проектына ярашлы мәғариф учреждениеларына капиталь ремонт үткәреү буйынса яңы федераль программаны тормошҡа ашырыу башланды. 2022 йылда Ҡариҙел районы биләмәһендә был проект Әтнәш төп мәктәбендә старт алды.
Бөгөнгә мәктәптең тышҡы стеналарын көпләгән материал һүтеп алынған, кластарҙа һәм коридорҙарҙа ағас иҙәндәрҙе һүтеү тамамланған, коридорҙа һәм башҡа урындарҙа яңы иҙән һалына башлаған. Тәҙрә блоктарын алмаштырыу башланған. Хәҙер иҫке ағас тәҙрәләрҙе балҡып торған аҡ, матур, иң мөһиме – йылылыҡты яҡшы һаҡлаған евротәҙрәләр алмаштырҙы. Бөтәһе 45 тәҙрә блогы алмаштырылған. Улар бөтә тейешле талаптарға һәм стандарттарға яуап бирә. Эштәрҙе Дәүләкән ҡалаһынан “Мир” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре башҡара. Шулай уҡ йылытыу, елләтеү, канализация, һыу тәьминәте, янғын һүндереү системаларын алмаштырыу ҡарала.
“Әлеге программа сиктәрендә 14 эш төрө буйынса комплекслы ремонт эштәре башҡарыла. Бынан тыш, федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә мәктәп заманса белем һәм тәрбиә биреү ҡорамалдары аласаҡ. Бының өсөн 6 миллион һум самаһы аҡса бүленә”, - тине райондың мәғариф бүлеге етәксеһе Зилә Камил ҡыҙы Нәжметдинова.
Әтнәш мәктәбендәге ремонт эштәрен йәй дауамында тамамлап, 1 сентябрҙә балаларҙы яңыртылған мәктәптә ҡаршы алырға ниәтләйҙәр. Әйткәндәй, ремонт барышында мәктәп коллективы көсө менән биләмәне йыйыштырыу буйынса экологик өмәләр ҙә ойошторолоп тора.
Алда әйтеп үтеүебеҙсә, әлеге программа “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы тормошҡа ашырыла. Ил Президенты В.В. Путиндың май указдары менән раҫланған милли проекттар йәшәйештең төрлө өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә, халыҡтың йәшәү кимәлен сифатлыраҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Фото: atnyashsosh.02edu.ru
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан