Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы, юл тармағындағы ҙур объекттарҙың береһе булған “Иглин–Дим” тимер юлы менән М-5 “Урал” трассаһындағы айырсанан алып Нуғай шоссеһына тиклемге автомобиль юлы киҫелешендә яңы юл үткәргес төҙөлөшө дауам итә.
25 майға ҡарата, объектта свай, ростверктар, монолит таяуҙар, регелдәр ҡаҙылған. Тороҡ бағаналарын монтажлау әүҙем бара. Әле 1-се һәм 2-се торҡта дүрт балка ҡуйылған. Бынан тыш, һыу үткәргес торбалар һәм тимер юл селтәре үҙгәртеп һалына. Субподряд ойошмаһы юлды күтәртеү менән мәшғүл.
Мәғлүм булыуынса, яңы юл үткәргестең оҙонлоғо – 106, автомобиль юлыныҡы 1850 метр тәшкил итәсәк. Ике объектта ла дүрт хәрәкәт һыҙаты булдырыла. Муниципаль килешеүгә ярашлы, төҙөлөш-монтаж эштәре 2023 йыл аҙағында тамамланырға тейеш.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/263623
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/263623