Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Май 2022, 12:30

Дүртөйлөлә йәнә бер сквер төҙөкләндерелә

Республикала милли проектҡа ярашлы парктар, скверҙар, йәмәғәт киңлектәре асыла.

Дүртөйлөлә йәнә бер сквер төҙөкләндерелә
Дүртөйлөлә йәнә бер сквер төҙөкләндерелә

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәнеә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһын финанслау һөҙөмтәһендә йыл һайын республикала парктар, скверҙар, йәмәғәт киңлектәре асыла, ғәмәлдәгеләре реконструкциялана.

Быйыл Дүртөйлө ҡалаһында Рәзил Мусин урамындағы скверҙы төҙөкләндерә башланылар. Эш барышында йәйәүлеләр юлына – асфальт, ял зонаһына бетон плитә түшәү, үҫеп ултырған ағастарҙы мөмкин тиклем киҫмәйенсә, биләмәне тотош йәшелләндереү күҙаллана. Скверҙың рекреация киңлеген, автомобиль туҡталҡаһын һәм транспорт йөрөгән юлды айырыу өсөн проектта майҙансыҡты алмағастар, шыршылар менән өҫтәмә йәшелләндерергә тәҡдим ителә. Ял зонаһының буйынан-буйына ике рәт ҡыуаҡлыҡтар, күп йыллыҡ сәскәләр ултыртыу планлаштырыла. Шулай уҡ яҡтыртҡыстар, бәләкәй архитектур һындар, сүп-сар һауыттары, эскәмйәләр ҡуйыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/264401

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: