Милли проекттар
27 Май 2022, 06:30

Көйөргәҙе йүнселдәре нимәләр тәҡдим итә?

Йәш йүнселдәргә ҡала хакимиәтендә үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ҙур ярҙам күрһәтә, үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға этәргес бирә.

Көйөргәҙе йүнселдәре нимәләр тәҡдим итә?Көйөргәҙе йүнселдәре нимәләр тәҡдим итә?
Көйөргәҙе йүнселдәре нимәләр тәҡдим итә?

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йәш йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" - бизнес һәм власть араһындағы координация советы ултырыштары районда йүнселлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә ҡала һәм хакимиәт башлыҡтары менән берлектә төбәктең иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәрен барлауҙа ла үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ бизнес идеяларын тормошҡа ашырған йүнселдәргә бар яҡлап булышлыҡ итә. Шуныһы ҡыуаныслы: әлеге ваҡытта ла эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә, улар оҙайлы ваҡытта кредит каникулдары юллай аласаҡ.

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов "Бәйләнештә"ге социаль селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, аҙна һайын үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә район йүнселдәре төрлө йүнәлештә үҙ эштәрен асыу өсөн бизнес-проекттар тәҡдим итә. Мәҫәлән, Шамил Бәширов ошо көндәрҙә Яңы Мораптал ауылы янында, Р-240 трассаһында юл яны сервисы объекты - өр-яңы кафе асырға теләй. Кафела юлда йөрөүселәргә туҡтап, яңы бешкән тәмле икмәк һәм кондитер ризыҡтары менән тамаҡ ялғап алыу мөмкинлеге тыуҙырыласаҡ. Шулай уҡ бер аҙ ял итергә лә мөмкинлек буласаҡ. Әле Шамил Ҡәрәмәт улы адреслы социаль ярҙамы алыу өсөн документтар юллай.

Ҡотлоюл ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Инсаф Яманһаров атаһының юлын дауам итеп йәшелсәселек менән шөғөлләнә. Үҙ эшен киңәйтеү маҡсатында уға йәшелсәләрҙе һаҡлау өсөн келәт кәрәк. Үҙенең тыуған ауылында ул бының өсөн ташландыҡ бина тапҡан, хәҙер уны йүнәтеү талап ителә.

Ольховка ауылынан Василий Аникин кәзәләр үрсетә. Эшҡыуар кәзә һөтөнән төрлө продукция етештереп, һатырға уйлай. Бының өсөн уға йортонан алыҫ булмаған ерҙән урын алып, етештереү цехы асырға кәрәк.

Ермолаевка ауылынан Әлиә Харисова ҙур булмаған аҙыҡ-түлек магазины асырға теләй. Эште башлау өсөн уға ла ярҙам талап ителә, шуға күрә йүнселгә субсидия өсөн документтар юлларға кәңәш бирелгән.

Район хакимиәте башлығы структур подразделениеларына тәҡдим ителгән проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото һәм текст сығанағы: Юлай Янбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Көйөргәҙе йүнселдәре нимәләр тәҡдим итә?
Көйөргәҙе йүнселдәре нимәләр тәҡдим итә?
Көйөргәҙе йүнселдәре нимәләр тәҡдим итә?
Көйөргәҙе йүнселдәре нимәләр тәҡдим итә?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас