Башҡортостан
-13 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Һәр кем бушлай файҙалана аласаҡ

Диагностика комплексын белгестәр Лида Наумова һәм Флидә Әхиәрова хеҙмәтләндерәсәк.

Һәр кем бушлай файҙалана аласаҡ
Һәр кем бушлай файҙалана аласаҡ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Асҡын үҙәк район дауаханаһына “КРД-“Протон”  диагностика комплексы алынды. Яңы ҡорамалдың хаҡы – 12 800000 һум. Ул кешенең күкрәк ситлеге ағзаларына, ҡорһаҡ һәм һөйәк-быуын системаһына рентген үткәреү өсөн тәғәйенләнгән.

– Яңы аппарат сирҙәрҙе диагностикалау мөмкинлектәрен киңәйтә.  Ул элекке быуын аппараттары менән сағыштырғанда һүрәттәрҙе 50 процентҡа  сифатлыраҡ итеп бирә. Шулай уҡ пациентҡа рентген көсөргәнеше лә аҙыраҡ, – тине дауахананың баш табибы Вадим Ғәләүетдинов.

Тикшереү барышында юғары сифатлы график һүрәт шунда уҡ табип-рентгенолог компьютерына килә. Дауахана етәкселеге баһалауынса, рентген-диагностика комплексы күберәк ауырыуҙарҙы тикшерергә, дауалауҙы тиҙерәк башларға мөмкинлек бирә. Дауахананың бөтә пациенттары ла “Протон”дан бушлай файҙалана аласаҡ.  Диагностика комплексын белгестәр Лида Наумова һәм Флидә Әхиәрова хеҙмәтләндерәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в