Башҡортостан
+10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Май 2022, 10:30

Өфө уҡыусыһы үҙ проектын яҡлаған

Өфө ҡалаһындағы 4-се мәктәптең Х класс уҡыусыһы Артем Ғәләүетдинов - маркетолог-дизайнер ролендә.

Өфө уҡыусыһы үҙ проектын яҡлаған
Өфө уҡыусыһы үҙ проектын яҡлаған

Өфө ҡалаһындағы 4-се мәктәптең Х класс уҡыусыһы Артем Ғәләүетдинов Вологдала үткән сарала үҙ проекты менән сығыш яһаны.

Уҡыусылар автомобилдең маршрутын, моделен билдәләү өсөн алгоритмдар, программа тәьминәте эшләргә тейеш була. Өфө мәктәбе уҡыусыһы Артем үҙен маркетолог-дизайнер ролендә һынап ҡараны, тинеләр “Импульс” балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләтен асыу, үҫтереү үҙәгендә.

Артур Ғәләүетдинов ҡатнашҡан “Проекттар парады” “Сириус. Йәй: үҙ проектыңды башла” программаһының икенсе миҙгеленә ярашлы ойошторолған. Унда Мәскәү, Новосибирск, Сочи, Иркутск, Өфө ҡалаларынан 70-кә яҡын уҡыусы, шулай уҡ Вологда өлкәһенән студент-остаздар ҡатнашҡан. Ике көн дауамында ҡатнашыусылар тарафынан 20 ғилми проект яҡланған.

“Сириус. Йәй: үҙ проектыңды башла” программаһында ҡатнашҡан уҡыусылар былтырғы йәй дауамында үҙҙәренә көнүҙәк фәнни проблемалар, технологиялар йәки бизнес менән бәйле бурыстар билдәләне, уҡыу йылы барышында студент-остаздар етәкселегендә үҙ проекттары өҫтөндә эшләне. Әйткәндәй, был программа ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) тарафынан тормошҡа ашырыла.

Программа 2020 йылда “Сириус” белем биреү үҙәгенең башланғысы менән старт алды. Быйыл икенсе миҙгелгә һығымталар, йомғаҡ яһалған. Унда бөтә Рәсәйҙән 8600 уҡыусы һәм ике мең самаһы остаз ҡатнашлығында башҡарылған меңдән ашыу проект ҡаралған.

Фото: “Импульс” үҙәге.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в