Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Май 2022, 11:30

Халыҡ өсөн уңайлы

Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдарында программаға ярашлы ниндәй эштәр бара?

Халыҡ өсөн уңайлы
Халыҡ өсөн уңайлы

Йыл һайын республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙамында скверҙар, парктар, йәмәғәт урындары үҙгәртеп ҡорола.

Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы ярҙамында мөмкин буласаҡ. Әйткәндәй, милли проект уртаса етешлектә йәшәгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙе, уны ипотека файҙаланып һатып алыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуҙы, торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуҙы, шулай уҡ ҡала мөхитенең уңайлылығын күтәреүҙе күҙ уңында тота.

Дүртөйлө ҡалаһында Р. Мусин исемендәге паркты үҙгәртеп ҡоралар. Ул тауыш биреү ярҙамында һайлап алынған. Сквер ҡаланың тарихи өлөшөндә урынлашҡан. Бында хакимиәткә лә, йәмәғәтселекккә лә әһәмиәтле биналар бар. Тулы ҡанлы тормош барған ҡала уртаһындағы скверҙа һәм уның эргә-тирәһендә халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Ял итеү өсөн эскәмйәләр барлыҡҡа киләсәк, ағастар ултыртыласаҡ, аллеялар хасил буласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылдан алып йыл һайын дүртөйлөләр өсөн был программа буйынса скверҙар, парктар төҙөкләндерелә, яңы йәмәғәт урындары барлыҡҡа килә.

Мәсәғүт ауылында ла Үҙәк майҙандағы йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән зона төҙөкләндерелә. 2021 йылда тап ошо проект тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса өҫтөнлөк алған: Еңеү паркынан Партизандар урамына тиклем яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ, башҡа эштәр атҡарыласаҡ. Электр урамынан Еңеү паркына тиклем эштәр инженер селтәрҙәренә ремонт атҡарылғандан һуң башланасаҡ. Килешеү буйынса, барлыҡ эштәр быйыл сентябрь аҙағына тамамланыр, тип көтөлә.

Фото: bashinform.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: