Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Май 2022, 17:30

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү еңелләшә

Рәсәй Хөкүмәте ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы иҫәптә тотоуҙың федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы тураһындағы ҡағиҙәне раҫланы.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү еңелләшә
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү еңелләшә

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Экология" милли проектын (национальный проект "Экология") тормошҡа ашырыу маҡсатында, сүп-сарҙы айырып йыйыу һәм икенсел сеймалды эшкәртеү буйынса технологиялар индереү өсөн мәғлүмәт системаһы булдырыла.

Рәсәй Хөкүмәте ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы иҫәптә тотоуҙың федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы тураһындағы ҡағиҙәне раҫланы. Башҡортостан да ошо системаға индерелә.

Системала сүп-сарҙың ҡайҙа ятҡаны, йыйылғаны иҫәпкә алына; уларҙы эшкәртеү объекттары күрһәтелә; утилләштереү, зарарһыҙландырыу, шулай уҡ төҙөлгән килешеүҙәр һәм башҡалар буйынса мәғлүмәттәр урын ала. Уның менән “Рәсәй экологик операторы” асыҡ-хоҡуҡи компанияһы эш итә. Система порталының асыҡ өлөшөнә инеп, граждандар ҙа үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап аласаҡ. Тимәк, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү еңелләштерелә, яңы система байтаҡ аңлашылмаусанлыҡтарҙы яйға һаласаҡ.

Фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: