Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә булдырылған "Мәҙәниәт" милли проектына (национальный проект "Культура"), Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылына ярашлы, Өфөлә Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнөнә бағышланған “XXI быуат славяндары” республика фестивале ойошторолдо.
Фестивалдә Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң милли-мәҙәни үҙәктәренән һәм Архангел, Балаҡатай, Бәләбәй, Благовещен, Бөрө, Дыуан, Иглин, Краснокама, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарынан, Октябрьский, Күмертау ҡалаларынан ижади коллективтар ҡатнашты.
“АРТ-Квардрат”та тарихи, һөнәри, театраль майҙансыҡтар гөрләп торҙо. Сарала ҡатнашыусылар тәмле милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте, күңелле тамашалар, ҡыҙыҡлы уйындар ҡарап кинәнде, бай йәрминкәлә халыҡ оҫталары эшләгән әйберҙәрҙе һатып алды.
Сағыу театр-концерт программаһы, кәсепсе-оҫталарҙың бай күргәҙмәләре ололарҙың да, кеселәрҙең дә күңелен байытты, кәйефен күтәрҙе.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә билдәләүенсә, “Башҡортостанда йәшәгән славян халҡы үҙенсәлекле ауыҙ-тел ижадын, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлап алып ҡала алған. Бындай байрамдар милли мәҙәниәтте, рухи байлыҡты быуындан быуынға тапшырырға ярҙам итә, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығыта”.
Фотолар А. Бадрановтың сәхифәһенән.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан