Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект "Безопасные и качественные автомобильные дороги") уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның нигеҙендә 210 километрҙан ашыу юлды тейешенсә ремонтлаясаҡтар.
Мәҫәлән, дөйөм ремонтланасаҡ юлдарҙың күп өлөшө Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияһы өлөшөнә тура килә. Был маҡсат өсөн һигеҙ миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү күҙ уңында тотола, шул иҫәптән 3,9 миллиард һумы - федераль бюджеттан.
Барыһы ла сағыштырыуҙа күренә: республикабыҙҙа юлдар торошо йылдан-йыл яҡшыра. "Беҙҙең эшселәр ҡайһы ғына объектҡа тотонмаһын, ниндәй генә эште башламаһын, барыһын да теүәл үтәй, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай", – ти Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.
Фото: w-dog.ru
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан