Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Май 2022, 09:30

Ете йыл үтәсәк

Нефтекама ҡалаһының торлаҡ төҙөлөшө үҫеше планы раҫланған.

Ете йыл үтәсәк
Ете йыл үтәсәк

Пилот проектына ярашлы, Нефтекама ҡалаһы торлаҡ төҙөлөшө биләмәһәнең комплекслы үҫеше планы раҫланған.

- Бындай ҡараш бер юлы бихисап проблемаларҙы хәл итә: был – торлаҡ фондын арттырыу, кешеләрҙе иҫке йорттарҙан күсереү, ҡаланың үҙгәреүе, бында йәшәүселәргә уңайлы булһын өсөн барлыҡ биләмәне инфраструктураһы менән бергә төҙөкләндереү, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Был проект Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы тарафынан республикалағы төҙөлөштө йәнләндереү, ҡаланың транспорт инфраструктураһын яңыртыу һәм финанслауҙың бюджеттан тыш сығанаҡтарын йәлеп итеү өсөн эшләнгән.

25 апрелдә Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов тарафынан Нефтекама ҡалаһында биләмәләрҙең комплекслы үҫеше проектын тормошҡа ашырыу буйынса ҡарар ҡабул ителгән.

Шулай итеп, ике биләмәлә комплекслы төҙөлөш барасаҡ. Беренсеһенең майҙаны 5,46 гектар тәшкил итһә, икенсеһенеке – 6,9 гектар. Тәүгеһе Төҙөүселәр, Нефтселәр, Социалистик һәм Комсомол проспекты менән сикләнгән Ц1 биҫтәһендә урынлашҡан. Икенсеһе Шишмә, Ҡайындар шоссеһы, Ф. Бәхтиев бульвары, Ленин урамдары менән уратып алынған.

Проект сауҙалашыу юлы менән тормошҡа ашырылыр, тип күҙаллана. Барлыҡ кәрәкле документтарҙы әҙерләү һәм раҫлау ваҡыты килешеүгә ҡул ҡуйылған ваҡыттан һуң ярты йыл тәшкил итер тип көтөлә. Ә бына проектты тормошҡа ашырыу өсөн ете йыл талап ителәсәк.

Әйткәндәй, республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы тарафынан Өфө, Нефтекама, Ишембай, Белорет, Туймазы, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, шулай уҡ Өфө районында һәм Шишмәлә комплекслы үҫеш буйынса 13 биләмә ҡарала. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в