Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Май 2022, 13:25

Түреш клубына яңы ҡорамал килтерҙеләр

Күптән түгел Бүздәк районының Түреш ауылы мәҙәниәт йортона ла яңы ҡорамал ҡайтарылған.

Түреш клубына яңы ҡорамал килтерҙеләр
Түреш клубына яңы ҡорамал килтерҙеләр

Мәҙәниәт тигәндә, бик күп нәмә күҙ уңында тотола. Унда хис-тойғоға ҡоролған, күңелдәрҙе ҡанатландырған рухи саралар ғына түгел, ә ошо сараларҙы уҙғарырлыҡ биналар ҙа, уларҙы йыһазландырырлыҡ ҡорамалдар ҙа, музыка ҡоралдары ла инә. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәҙәниәттең дә нигеҙе – ул ныҡлы матди-техник база. Дәүләтебеҙ Рәсәй Президенты Владимир Путин май указы менән иғлан иткән “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) тап ошо яҡты көсәйтергә ярҙам итә лә.

Был проекттың республикалағы мәҙәни учреждениелар, мәҙәни мөхит өсөн файҙаһын, ыңғай яҡтарын баһалап бөтөү мөмкин түгел. Тап уның арҡылы ҙур ярҙам талап ителгән ауыл клубтары яңыртыла, уларҙың матди-техник базалары нығытыла.

Бына күптән түгел Бүздәк районының Түреш ауылы мәҙәниәт йортона ла яңы ҡорамал ҡайтарылған. Учреждение “Мәҙәниәт” милли проектының республикала атҡарылған “Ижади кешеләр” йүнәлешендәге конкурста ҡатнашып, еңеүселәр иҫәбендә булған. Бүленгән ярҙамға тауыш көсәйтеү аппаратураһы, телевизор, ноутбук алыу форсаты барлыҡҡа килгән.

Ауыл мәҙәниәт йортонда мәҙәни ойоштороусы Фәнүзә Әхмәтшина етәкселегендә “Аҫылйәр” фольклор, “Гәүһәр” театр, ”Түреш ҡыҙҙары” вокаль коллективтары эшләп килә. Улар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеү ҙә яулай. Ауыл халҡы “Нардуған”, “Наурыҙ”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе” һәм башҡа фольклор байрамдарында ихлас ҡатнаша.

– Беҙ ауылдаштарыбыҙ өсөн эшләйбеҙ, уларҙың кәйефен күтәрәбеҙ. Уңыштарыбыҙҙы лайыҡлы баһалағандары, ижади проекттарыбыҙға булышлыҡ ҡылғандары өсөн сикһеҙ шатбыҙ, – ти Түреш мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Ф. Әхмәтшина.

Ошо бер ауыл миҫалында ғына ла “Мәҙәниәт“ милли проектының бәләкәй ауылдар, ҡасабалар халҡының рухи тормошон әүҙемләштереүгә, сифатын күтәреүгә биргән мөмкинлектәрҙең ни тиклем ваҡытлы, кәрәкле икәнен күрергә була. Артабан да проект республика буйлап бихисап мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға ҙур өлөш индерәсәк әле.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ, фото: vk.com/rdk_bzd

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в