Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Туймазы йүнселдәре әүҙемлек күрһәтә

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ике проект ҡаралды.

Туймазы йүнселдәре әүҙемлек күрһәтә
Туймазы йүнселдәре әүҙемлек күрһәтә

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”н үткәрҙе. Унда ике проект ҡаралды.

Шәхси эшҡыуар Азат Мирсәйетов төбәк әһәмиәтендәге “Бәләбәй–Николаевка–Туймазы–Баҡалы” трассаһында юл буйы сервисы объектын төҙөү проектын тәҡдим итте. Был юл Туҡай ауылы аша үтә, ә унда ауыл хужалығы йәрминкәһе даими ойошторола. Йүнсел ошо йәрминкә үткәрелгән урынды төҙөкләндереп, заманса төҫ бирергә, йыл әйләнәһенә уның эшен тәьмин итергә ниәтләй.

Эльвина Саттарованың проекты “Ҡандракүл” тәбиғәт паркы биләмәһендә глэмпинг асыуҙы күҙаллай.

Эшҡыуарҙар район хакимиәтенә мәғлүмәт-консультация, мөлкәт һәм финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Проекттарҙы ҡарау һөҙөмтәһендә уларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул ителде, тейешле хеҙмәттәргә күрһәтмә бирелде.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: tuimazy.bashkortostan.ru/presscenter

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/265209

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в