Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Май 2022, 14:30

Янғантауға көс-ҡеүәт алырға

15 пенсионер ҙур геопаркта булды.

Янғантауға көс-ҡеүәт алырға
Янғантауға көс-ҡеүәт алырға

“Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Өлкән быуын” федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла һәм өлкән йәштәгеләрҙең һаулығын һаҡлауға, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелә.

“Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектының “Туризм” йүнәлеше граждандарҙан аҡса йыймайынса, Башҡортостан бюджеты иҫәбенә республикабыҙҙа экскурсиялар, мәҙәни-танып белеү, һауыҡтырыу, ҡатнаш һәм башҡа автобус турҙары ойоштороуҙы күҙ уңында тота.

Балаҡатай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә райондан 15 пенсионер “Янғантау” геопаркында булды. Улар өсөн “Мәсетле” геологик киҫеме”, “Геопарк йөрәге” экскурсиялары ойошторолдо. Өлкәндәр Башҡорт этнойорт музейын, мәсетте, Ҡурғаҙаҡ шишмәһен, һыу тирмәнен, визит үҙәген, Иҙрис мәмерйәһен, Тирмә кемпингын, көршәк яһау буйынса оҫталыҡ дәресен ҡараны. 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: belokatai.bashkortostan.ru/presscenter

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/265294

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: